Өфөла Ленин иҫтәлегенә арналған тантана үтте

Өфөлә коммунистар партияһының төбәк бүлексәһе вәкилдәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, ҡаланың ветерандар советы ағзалары Ленин һәйкәленә сәскә лә һалды. Ҡала советы алдындағы скульптура бронзанан ҡойолоп 1967 йылда ҡуйылған, авторы Михаил Бабурин. Сарала ҡатнашыусылар араһында уҙған быуаттағы тарихи ваҡиға-һәйкәл асыу тантанаһы шаһиттары ла булды. Элекке комсомолдар хәтирәләре менән уртаҡлашты. Шулай уҡ майҙанға килеүселәр күренекле дәүләт эшмәкәре ҡалдырған ҡалдырған мираҫ тураһында ла фекер алышты.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ