Тәүмаҡсат-төбәктә ҡунаҡсыллыҡ индустрияһын үҫтереү. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Дәүләт думаһының профилле комитеттары рәйестәре Александр Дёмин һәм Сангаджи Тарбаев менән осрашып, эске туризмды киңәйтеү, республиканың туристик мөмкинлектәрен нығытыу, шулай уҡ тармаҡтағы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам саралары буйынса фекер алышты.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, былтырғы һөҙөмтәләр буйынса Башҡортостанға туристар ағымы 1 млн 900 меңдән ашыу сәфәр тәшкил иткән. Төбәк шифахана-курорт йүнәлешен үҫтереү буйынса ла Волга буйы федераль округында алдынғы урыны биләй.




