Янғын һағы көнөнә яңы автомобилдәр. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров янғын һүндереүселәргә 25 берәмек махсус техника асҡыстарын тапшырҙы. Машиналар барып етеүе ауыр булған төбәктәрҙә эшләйәсәк. «Һеҙ ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп тыуғанда, янғын сыҡҡанда тәүгеләрҙән булып ярҙамға киләһегеҙ. Йыл һайын меңдән ашыу кешене янғындан ҡотҡараһығыҙ. Бының өсөн ҙур рәхмәт», тине республика етәксеһе. Байрам уңайынан Радий Хәбиров һөнәр алдынғыларын дәүләт наградалары, рәхмәт хаттары менән дә бүләкләне.
Бүләкләү тантанаһынан һуң республика етәксеһе яңы техниканы ҡараны. Улар янғындар, шул иҫәптән ландшафт һәм урман янғындары менән һөҙөмтәле көрәшергә ярҙам итәсәк. Бер нисә берәмек тағылмалы янғын һүндереү техникаһы райондарҙың ирекле янғын һүндереү командаларына тәғәйенләнгән.




