Социаль фондтың Башҡортостандағы бүлексәһе реабилитация программаһына ярашлы 5 кешене транспортлы итте. Был производствола бәхетһеҙ осраҡтар һөҙөмтәһендә зыян күреүселәрҙе социаль реабилитациялауҙың бер төрө. Быйыл фонд бүлексәһе реабилитация сараларын үткәреүгә 60 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлткән, ошо сығымдар иҫәбенә автомобилдәр һатып алынған.




