Уны тирә-яҡ ихаталарҙа йәшәүселәр ҙә тамааш ҡылды. Ветеран йәшәгән йорт алдында Миңлеғәле Шайморатов исемендәге Рәсәй гвардияһының махсус тәғәйенләнештәге отряды, кадеттар, хәрби-патриотик клубы юнармеецтарының расчеттарынан торған тантаналы марш үтте. Унда барлығы 200-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Парад үткәндән һуң, ижади коллективтар башҡарыуында фронт йырҙары яңғыраны. Бындай парад быйыл Өфөлә беренсегә уҙҙы. Ошо көндәрҙә баш ҡала райондары хакимиәттәре 81 йыл элек Бөйөк Еңеү килтергән барлыҡ ветерандар өсөн шәхси ҡотлау саралары ойоштормаҡсы.
Исак Рубин 1943 йылда музыка мәктәбе уҡыусыһы булараҡ, Севастополь зенит артиллерия команда училищеһының музыка взводына алына һәм 1944 йылдың сентябренә тиклем хеҙмәт итә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы хәрби ҡаҙаныштары өсөн ул «Германияны еңеү өсөн» һәм «Еңеүгә 50 йыл» миҙалдары менән бүләкләнгән. Артабанғы тормошон ул урман хужалығын үҫтереүгә арнай. Әйткәндәй, Бөйөк Ватан һуғышы ветеранына былтыр «Өфөнөң почетлы гражданины» исеме бирелгән.




