Республикала яҙғы сәсеү эштәре 28 апрелдә ярауайҙар сәсеүҙән башланды

Быйыл дөйөм сәсеү майҙаны 2,65 миллион гектар тәшкил итергә тейеш. Иген һәм майлы культуралар өсөн майҙандарҙы арттырыу планлаштырыла. Иртә менән трактор штурвалы артына ултырыусылар менән БЮТ ижади төркөмө лә осоашты. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.

Өфө районы Октярьский ауылы янындағы майҙандарҙа механизаторҙар арпа сәсеүгә тотонған. Анатолий Сантуров бригадаһы сменаһына 140 гектар майҙанда сәсеү эштәрен башҡара. Иртә таңдан яуаплы һәм изге эшкә тотонған ер уңғандары быйыл иген культураларынан мул уңыш алырға иҫәп тота.

Орлоҡтарҙы сәсер алдынан ағыулау стандарт агротехник процедура, ул ауыл хужалығында үҫемлектәрҙе ауырыуҙарҙан, ҡоротҡостарҙан һаҡлау һәм уңышты арттырыу өсөн ҡулланыла.

Ерҙе көнбағыш өсөн эшкәртеү- агротехнологияның мөһим этабы булып тора, ул культураның уңдырышлылығына туранан-тура йоғонто яһай.

Маҡсат-дым ҡаплау, ҡый үләндәрен юҡ итеү, тупраҡ структураһын яҡшыртыу. 240 гектар майҙан техник культура көнбағыш сәсеү өсөн әҙерләнә. Башта ер аммиак селитраһы менән ашлана, әлеге ваҡытта дым ҡаплау эштәре башҡарыла.

Иртә таңдан тороп трактор штурвалы артына ултырыусылар, баҫыуҙарҙа тигеҙ һыҙаттар ҡалдыра. Был көндәрҙә баҫыуға сыҡҡан һәр кем айырым яуаплылыҡ тоя. Өҫтәлдәрҙә ниндәй икмәк буласағы улар хеҙмәтенә бәйле.

Республиканың ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, ужым сәсеүлектәренең 99 проценттан ашыуы яҡшы һәм ҡәнәғәтләнерлек хәлдә, был күп йыллыҡ уртаса күрһәткестәрҙән юғарыраҡ. Ужым культураларын туҡландырыу тамамланыуға яҡынлаша, улар 84 процентҡа үтәлгән,республика баҫыуҙарында 900 мең гектарҙа дым ҡапланған.

Республика аграрийҙары яҙғы аяҙ көндәрҙең бер минутын да әрәм итмәҫкә тырыша. Тик уңыштың һөҙөмтәһе һауа торошона ла туранан-тура бәйле. Игенселәрҙең сәскән орлоҡтары тиҙ шытым биреп, көҙ бураҙналар мул уңыш менән тулһын тиергә генә ҡала.

Гүзәл Борханова

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ