Әбйәлилдә «Хәтер баҡсаһы» акцияһы сиктәрендә ағастар ултыртылды

Урманға һаҡсыл мөнәсәбәт. Әбйәлил районында һигеҙ гектарға яҡын майҙанда ҡарағай үҫентеләре ултыртылды. «Салауат» компанияһы ойошторған экологик акцияға урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре менән район халҡы ла йәлеп ителде. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

«Салауат» компанияһының эшмәкәрлеккә яуаплы ҡарашы. Компенсациялы урман тергеҙеү эштәре өс йыл дауамында түгел, ә бер йыл эсендә башҡарыласаҡ. Инвестор теләге буйынса Әбйәлил урмансылығының Буранғол участкаһында ылыҫлы ағас ултыртыу өсөн урын да билдәләнгән, ҡарағай үҫентеләренең ерегеп үҫеп китеүе урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре күҙәтеүендә алып барыласаҡ.

Ағас ултыртыуҙа район урмансылығы хеҙмәткәрҙәренән тыш, йәмәғәт күҙәтеүе советы ағзалары, Буранғол ауыл биләмәһендә йәшәүселәр ҙә ҡатнашты. Компенсациялы урман тергеҙеү эштәре «Экологик именлек» милли проектының «Урмандарҙы һаҡлау» федераль проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

Компенсациялы урман тергеҙеү эштәрен ер аҫты байлыҡтары менән файҙаланыусылар ҙа, инфраструктура объекттарын төҙөүселәр ҙә теүәл үтәргә тейеш. «Салауат» ойошмаһына килгәндә, быйыл компания тарафынан 8 гектарға яҡын майҙанда ябыҡ тамыр системаһы буйынса ҡарағай ултыртыла, Был үҫентеләр төбәк тәбиғәте шарттарында яҡшы яраҡлашыуын күрһәтте.

Альберт Закиров, Башҡортостандың урман хужалығы министры урынбаҫары

Тораҡ пункттарҙан ике-өс саҡрым алыҫлыҡтағы урман биләмәһе биш-алты йылдан йәш ҡарағайҙар менән ҡапланасаҡ. Ағастарҙың ерегеп үҫеп китеүе, уны дөрөҫ ултыртыуҙан тора. Был эште әбйәлилдәр уңышлы атҡарҙы.

Йәшел ҡалҡанды һаҡлау-һәр кемдең изге бурысы. Әбйәлил районындағы экологик сара «Хәтер баҡсаһы» халыҡ-ара акцияһы сиктәрендә уҙғарылды.

Башҡортостанда урман тергеҙеү эштәре яҙҙан алып көҙгә тиклем дауам итә. Быйыл 25 миллиондан ашыу ағас үҫентеһе ултыртыу ҡаралған. Башҡортостандың урман хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, билдәләнгән планды 103 процентҡа үтәү планлаштырылған. Иң күбе ҡарағай ултыртыла.

Гөлназ Хәйбуллина

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ