Республикала ашығыс ярҙам хеҙмәте белгестәре һөнәри байрамын билдәләне

Һөнәри байрамды-эш урынында. Республикала ашығыс ярҙам хеҙмәте белгестәре һөнәри байрамын билдәләне. Көндөҙ ҙә, төндә лә граждандарға ярҙамға ашыҡҡан, кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарыусы фельдшер, шәфҡәт туташтары күп осраҡта үҙҙәре өсөн хәүефле саҡырыуҙарға сыға. Агрессив, иҫерек пациенттар, шок хәлендә йәки үлем хәлендәге кешеләргә беренсе медицина ярҙамын күрһәтеү еңелдән түгел, әммә улар ҡатмарлыҡтарға ҡарамай һөнәренә тоғро ҡала. Һәнәри байрам уңайынан ашығыс ярҙамдың бөтә подстанциялары флешмоб ойоштороп бер-береһенә видеосәләм ебәрҙе.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ