Радик Йәрмөхәмәтов һәм Әнүз Дәүләтшин гуманитар ярҙам әҙерләгән. Транспортты ирекмәндәр алып бара, тип хәбәр итәләр урындағы хакимиәттән. Республика Башлығы билдәләүенсә, Башҡортостан халҡы яугирҙарға ярҙам итеүҙә юғары әүҙемлек күрһәтә. Предприятие, йәмәғәт ойошмалары, эшҡыуарҙар, табиптар, уҡытыусылар, пенсионерҙар - һәр береһе үҙ өлөшөн индерә, тине Радий Хәбиров.





