Республика Башлығы янғын һүндереүселәрҙе ҡотланы

Бөгөн Рәсәйҙә Янғын һағы көнө билдәләнә. Радий Хәбиров билдәләүенсә, янғын һүндереүселәр тәүлек әйләнәһенә дежурҙа тора, һәр ваҡыт ут менән көрәшкә әҙер, йыш ҡына ғүмер өсөн хәүефле шарттарҙа эшләй. Уҙған йылда улар 7 мең ярым тапҡыр янғынды һүндергән, мең ярымдан ашыу кешене ҡотҡарған. - Халыҡтың именлеге - һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер булған ысын профессионалдар ҡулында. Ветерандарға айырым рәхмәт һүҙҙәре. Һеҙ ошо  хеҙмәтте  булдырыуға, кадрҙар әҙерләүгә  ҙур өлөш индерҙегеҙ, - тине Радий  Хәбиров.

Фото №1 - Республика Башлығы янғын һүндереүселәрҙе ҡотланы
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ