Ошо турала Указ менән рәсми мәғлүмәттәр порталында танышырға була. Уға ярашлы, һабан байрамдары 30 майҙан 18 июлгә тиклем уҙғарыла. Тәүгеләрҙән булып Әбйәлил, Ғафури, Йылайыр Ҡалтасы һәм Күгәрсен райондары билдәләй. Һабантуйҙар барлыҡ 54 районда үтәсәк.





