Шаран районында медицина хеҙмәткәрҙәре ярышты

Спартакиадала Баҡалы, Бәләбәй, Бишбүләк, Йәрмәкәй, Туймазы, Шаран һәм Октябрьский  дауаханаларынан 500-гә яҡын кеше ҡатнашты. Һаулыҡ һаҡлау вәкилдәре спорттың биш төрө буйынса көс һынашты, ГТО нормаларын тапшырҙы. Травматолог Илшат Насибуллин һөйләй.

Шаран районында медицина хеҙмәткәрҙәре ярышты

“Һаулыҡ һаҡлау спартакиадаһы йыл һайын уҙғарыла”, - ти Шаран үҙәк район дауаханаһы профсоюз ойошмаһы рәйесе Азат Әхмәҙуллин.

Шаран районында медицина хеҙмәткәрҙәре ярышты

Спартакиада һөҙөмтәләре буйынса Бәләбәй үҙәк район дауаханаһы беренсе урынды яуланы. Икенсе һәм өсөнсө урындарҙы Шаран һәм Баҡалы райондарының медицина хеҙмәткәрҙәре бүлеште. Киләһе 2027 йылғы спартакиаданы Бәләбәй ҡабул итә.

Фото №1 - Шаран районында медицина хеҙмәткәрҙәре ярышты
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ