Өфөнөң Октябрь районында йәйәүлеләр урамы булдырылды. «Көрәш һарайы» алдындағы биләмәнең тантаналы асылыуы уңайынан урында кәсепселәр ҡаласығы ойошторолдо. Ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары уларҙан теләгән әйберҙәр һатып алһа, балалар балсыҡтан һауыт-һабалар эшләү һәм һүрәт төшөрөү буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты.
Йәйәүлеләр урамында, ғөмүмән, һәр кем күңеленә яҡын майҙансыҡта шөғөл тапты. Музыканы үҙ итеүселәргә профессиональ һәм һәүәҫкәр ижади коллективтарҙан торған концерт программаһы тәҡдим ителде, ә спортты яратыусыларға көнсығыш пластикаһы, йога буйынса фитнес-тренировкалар үтте. Шулай уҡ ҡунаҡтар иғтибарына радио менән идара ителеүсе автомобилдәр ярышы һәм «Динамо» баскетбол клубы уйынсылары менән стритбол буйынса дуҫтарса уйын ойошторолдо. Ә инде байрам сараһы спорт комплексы алдындағы амфитеатрҙа музыкаль-шоу менән тамамланды. Ойоштороусылар мәҙәни һәм спорт сараларының миҙгел аҙағынаса дауам итәсәген хәбәр итә.




