Республика парламенты күп балалы ғаиләләргә ярҙамды камиллаштыра

Башҡортостанда күп балалы ғаиләләргә 50 ярҙам төрө ҡаралған. «Ишле ғаиләләргә дәүләт ярҙамы тураһында»ғы закон ҡабул ителгән. Былтырҙан башлап 21 декабрь күп балалы ғаиләләр көнө тип иғлан ителде. Был турала Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе вазифаһын башҡарыусы Салауат Хөсәйенов депутаттар менән район советы рәйестәре һәм секретарҙары менән осрашыуҙа хәтергә төшөрҙө.

Рәсәй парламентаризмының 120 йыллығы һәм «Ҙур һәм татыу ғаилә» йылына арналған осрашыуҙа республикала эшләп килгән ярҙам комплексы өйрәнелде. Был турала район советы вәкилдәре үҙ миҫалында һөйләне. Уларҙың байтағы үҙҙәре лә күп балалы ғаилә башлыҡтары. Дәүләттән ҡаралған ярҙамды улар ентекле өйрәнгән һәм тулыландырыу, камиллаштырыу тәҡдимдәре лә туплаған.

Күп балалыҡ традицияларын тергеҙеү, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауҙа ҙур өлөш индергәндәре өсөн республиканың бер нисә ғаиләһенә Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесенең рәхмәт хаттары тапшырылды.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ