Көйөргәҙе районында «Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» асыҡ академияһы үтте

Үҫеш һәм ярҙам итеү киңлеге. Көйөргәҙе районында «Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» асыҡ академияһы үтте. Традицион сара төбәктең төрлө йәштәге гүзәл заттарын бергә тупланы. Проект Башҡортостан башлығы гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла һәм ул ҡатын-ҡыҙҙарға хеҙмәтләндереүҙең төрлө өлкәләрендә эшләгән белгестәр менән аралашыу мөмкинлеген бирә. «Бәхет биләмәһе» хәйриә фондының попечителлек советы рәйесе Каринэ Хәбирова ҡатнашыусыларға сәләмләү һүҙе менән мөрәжәғәт итте. Ул сағыу мәҙәни ваҡиғаларға, башланғыстарға һәм йолаларға бай Көйөргәҙе районының үҙенсәлеген билдәләп, халыҡҡа асыҡлығы, рухи үҫешкә ынтылышы өсөн рәхмәт белдерҙе.

Көн дауамында районда йәшәүселәр өсөн тематик киңлектәр эшләне. Ҡатнашыусылар эске гармония, эмоциональ именлек, сәләмәтлек һәм финанс грамоталыҡҡа арналған лекцияларҙа ҡатнаша алды. Төрлө медицина белгестәре, шул иҫәптән балалар өсөн консультациялар ойошторолдо. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ҡатындары, әсәләре һәм ғаиләләре өсөн асыҡ диалог киңлеге программаның мөһим өлөшө булды. Һөнәри үҫеш һәм эшҡыуарлыҡ мәсьәләләренә лә айырым иғтибар бүленде.

Волна
Акции БСТ