Республиканың төп концерт залында аншлаг. Башҡортостандың халыҡ артисы Заһир Иҫәнсурин тамашасыларға күтәреңке рух һәм күңел байрамы бүләк итте. Йылдың иң сағыу һәм иҫтә ҡалырлыҡ моң байрамы хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.
Заһир Иҫәнсурин башҡорт эстрадаһында үҙ йөҙө һәм ҡабатланмаҫ репертуары булған үҙенсәлекле башҡарыусы. Ул халыҡ ижады традицияларын да, эстраданы ла ҡыйыу берләштерә. Артистың тылсымлы тауышы,тәрән башҡарыу манераһы тамашасы залында йылы мөхит тыуҙырҙы. Моң байрамы милли музыка матурлығынан ләззәт алырға килеүселәрҙе онотолмаҫлыҡ хис-тойғолар менән байытҡан.
«Артист артыҡ хислелеккә, техник бейеклеккә ынтылмай, ә йырҙарҙың мәғәнәһен һәм атмосфераһын оҫта тапшыра» ти, музыка белгестәре. Әҫәрҙәрен башҡарған композитор һәм шағирҙарға Заһир Билал улы айырыуса ихтирамлы. Остазы, вокал буйынса уҡытыусыһы Иҙрис Мөҙәрис улы ла уҡыусыһының тырышлығын, репетруар өҫтөндә етди уйланып эшләүен юғары баһалай.
Сәхәнән илаһи моң ағыла.Халыҡ йырсыһының моң байрамына улы Муса менән бергә башҡарған «Саҡ менән суҡ» бәйете ҡабатланмаҫ биҙәк өҫтәне.Ата менән улының тауыштары гармониялы яңғыраны, ғаилә йылылығы еткерелде.. Был сығыштың эмоциональ тәрәнлегенән хатта тамашасыларҙың күҙҙәре йәшләнде.
Ағалы-ҡустылы Заһир һәм Рәүеф Иҫәнсуриндар тамашасыларға онотолмаҫлыҡ мәл бүләк итте: уларҙың дуэты бер-береһен тулыландырып яңғыраны. Халыҡсан, моңло йырсы өлгөһө йәш башҡарыусылар өсөн дә үрнәкле мәктәп.Йыр буйынса остаздары менән бер сәхнәлә сығыш яһаусы балалар үҙҙәрен ҡыйыу һәм ирекле тотто.Танһыҡ моңға һыуһаған тамашасы йыр байрамы бағыусыларынан мул бүләктәр ҙә алып ҡыуанды. «Йөрәгемдә-Башҡортостан» тамашаһына килгән олоһо-кесеһе йырсы менән бер тулҡында йөҙҙө, һәр сығышты көслө алҡыштар менән оҙатты.
Гүзәл Борханова




