Башҡортостан Милли музейында Анатолий Фадеев күргәҙмәһе асылды

«Үҙем менән булмаған хәлде хәтерләйем». Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Анатолий Фадеевтың Милли музейҙа асылған күргәҙмәһе шулай атала. Бөйөк Еңеүҙең 81 йыллығына арналған экспозиция графика техникаһындағы 40 композициянан тора. Уларҙың барыһында ла Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары һәм тыл хеҙмәтсәндәре һүрәтләнә. Рәссам килгән ҡунаҡтарға үҙенең эштәре тураһында ғына һөйләп ҡламай, ә һәр һүрәттең нигеҙенә һалынған үлемһеҙ батырлыҡ тураһында хикәйәләр менән уртаҡлаша. Һоҡланғыс эштәр менән 28 июнгә тиклем танышырға мөмкин.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ