Радий Хәбиров республика халҡын Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы менән тәбрикләне

1-cе Май-Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы. Хеҙмәттәшлекте һәм эш кешеһен данлаусы байрам уңайынан Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров республика халҡын тәбрикләне. Төбәк етәксеһе «Өфө-хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелаһына сәскә һалып, экспонаттарҙы ҡараны. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Миһранова репортажында. 

Өфө-хеҙмәт ҡаһарманлығы исемен йөрөткән данлыҡлы ҡалаларҙың береһе. 1941-1942 йылдарҙа Өфөгә 40-тан ашыу сәнәғәт предприятиеһы эвакуациялана, госпиталдәрҙә яраланған һалдаттарҙы дауалайҙар, заводтарҙа двигателдәр йыйыла, самолеттар һәм танктар өсөн яғыулыҡ етештерелә.Башҡортостан башығы Радий Хәбиров республика халҡын Яҙ һәм хеҙмәт байрамы менән тәбрикләне.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Өфө-хеҙмәт ҡаһарманлығы» стелаһы майҙанын артабан төҙөкләндереү мөһимлеген билдәләне. Стела эргәһендәге скверҙы тәртипкә килтереү, һуғыш йылдарындағы бронепоезд һәм башҡа техника майҙанын башҡа экспонаттар менән тулыландырыу күҙаллана.

1 май-Яҙ һәм хеҙмәт байрамы. Ул хеҙмәттәшлеккә, эш кешеһенә ҡарата оло хөрмәт менән һуғарылған көндәрҙең береһе. Был көн рәсми рәүештә 86 илдә байрам булараҡ билдәләнә.

Һуңғы биш йылда «Өфө- хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелаһы Яҙ һәм хеҙмәт байрамын билдәләү өсөн төп майҙансыҡ булып иҫәпләнә.

Флорида Ким

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ