Башҡортостан сода компанияһы өсөн кадрҙар колледжда әҙерләнә

Абитуриенттар юғары уҡыу йорттарына уҡырға инергә әҙерләнгәндә, Стәрлетамаҡ химия-технология колледжы студенттары күпкә ышансылыраҡ юлды һайлай. Икенсе курстан уҡ йәштәр үҙҙәренең цехын, эш урынын һәм күпме эш хаҡы аласағын яҡшы белә. «Профессионалитет» федераль проекты колледжды иң ҙур завод өсөн кадрҙар әҙерләү үҙәгенә әйләндереүе хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһы.

Парта артындағы студенттар «Башҡортостан сода компанияһы»ның буласаҡ хеҙмәткәрҙәре. Икенсе курстан уҡ улар ниндәй цехҡа эшкә барасаҡтарын белә, ә иң мөһиме-улар өсөн тәғәйен эш урыны бар. Бындай мөмкинлек «Профессионалитет» федераль программаһы ярҙамында тормошҡа ашырыла.

Аделина Сабитова химик-технолог йүнәлеше буйынса өсөнсө курс студенты. Уның сығарылыш кисәһе киләһе йыл булыуға ҡарамаҫтан, төп имтиханды ул предприятиела практика үтеп тапшырған. Ҡыҙҙың әле үк гарантияланған эш урыны бар. Бындай бәхет хатта күп кенә юғары уҡыу йорттарын тамамлаусыларға ла тәтемәй..

Беҙ цехта булдыҡ, оператор бүлмәһендә, мастер менән таныштыҡ, ҡорамалдарҙы эшләтеп ҡараныҡ..Практиканы ла бында үттем, остаздарыбыҙ бөтәһен дә ентекле аңлата, шуға ла беҙ эшкә яҡшы әҙерлекле белгес булып киләсәкбеҙ.

Аделина Сабитова, Стәрлетамаҡ химия-технология колледжы студенты

Әммә лйыҡлы эш урыны алыу өсөн яҡшы әҙерлекле белгес тә булырға кәрәк.. Шуға күрә колледжда ғәҙәти лекциялар урынына заводта эшләүгә мөмкин тиклем яраҡлаштырыған дәрестәр үҙғарыла.

Реагенттар, пробиркалар, бурыстар туранан-тура БСК технологик карталарынан. Бының өсөн колледжда аудиториялар ремонтланған, юғары технологиялы иретеп- йәбештереү ҡорамалдары, приборҙар һатып алынған, лабораториялар ҙа һуңғы технология буйынса йыһазландырылған.

Компания эшкә сығарылыш уҡыусыларыннан тыш, мотивацияланған коллегаларын ала. Бизнес һәм мәғариф интеграцияһы бер нисә йыл дауам итә, һәм бөгөн Стәрлетамаҡ колледжы-төбәктә «Башҡортостан сода компанияһы»ның ҡатмарлы технологик линиялары өсөн операторҙар әҙерләгән берҙән-бер белем усағы булып тора.

Студенттар менән уҡытыу һәм хеҙмәткә ҙәерләү буйынса маҡсатлы килешеүҙәр төҙөйбәҙ. Йәштәргә матди ярҙам, практика үтеү буйынса гарантия бирәбеҙ. Һуңғы курстарҙа белем алыусы студенттар уҡып та, эшләп тә йөрөй ала. Уларға айырым уҡыу графигы ҡаралған. Эшләүсе студенттар теоретик белемдәрен эш барышында нығыта.

Светлана Чернова, Башҡортостан «Сода» компанияһы акционерҙар йәмғиәтенең персоналды һайлап алыу, яраҡлаштырыу, уҡытыу һәм үҫтереү бүлеге етәксеһе

«Профисионалитет» программаһы ярҙамында йәштәргә дипломдан тыш, бөтә уңйлыҡтары булған ятаҡ бүленә һәм иң мөһиме 18 йәштән үк финас яҡтан ныҡлы аяҡҡа баҫыу мөмкинлеге бар.Башҡа йәштәштәре имтихандар тапшырғанда, улар торлаҡ мәсьәләһен дә еңел хәл итә.

Гүзәл Борханова

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ