Өфөнөң Дим биҫтәһенә ҡараған «Локоматив» баҡсасылар ширҡәтендә йәшәүсе 13 кешегә янғынды иҫкәртеүсе ҡоролма тапшырылды. Бөгөн баш ҡаланың барлыҡ баҡса биләмәләрендә профилактик саралар үтте. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала 30 апрелдән 12 июнгә тиклем янғынға ҡаршы айырым режим иғлан ителде. Быға бәйле, баш ҡала райондарында рейдтар ойошторола. Май байрамдарында тәбиғәт ҡосағына сығыусыларға ла усаҡ яғыу ҡәтғи тыйыла. Шулай уҡ йорт участкаларында суп-сар үртәүгә лә яуаплылылҡ ҡаралған. Талапты инҡар итеүселәргә 20 мең һумғаса штраф һалыныуы ихтимал.




