Бөгөн Башҡортостанда мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу көнө. Уның маҡсаты рухи-мәҙәни йолаларҙы һаҡлау, ғаилә ҡиммәттәрен һәм быуындар бәйләнешен нығытыу. Был көндө һәр кем яҡындарының ҡәберлектәренә барып, уларҙың тирә-яғын тәртипкә килтерә ала. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә ошо уңайҙан үҙенең тыуған яғы-Ишембай районына ҡайтып барыуын белдерҙе.
Башҡортостан башлығы ҡушыуы буйынса, мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу көнөндә зыяраттарға өҫтәмә автобус маршруттары ойошторолған. Бында өмәләр үтә, ашығыс хеҙмәттәр дежурҙа тора. Шулай уҡ һыу алыу өсөн махсус урындар булдырылған. Көньяҡ зыяратта был мәсьәләне хәл итергә Өфөнөң Ленин районы хакимиәте ярҙам иткән. Әйткәндәй, зыяраттар хакимиәттәре сүп-сар сығарыуҙы ойоштора, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, Афған һәм Чечня һуғыштары ветерандары, шулай уҡ махсус хәрби операцияла һәләк булыусыларҙың ҡәберҙәрен тәрбиәләй.




