Батырлыҡ юлы: ветеран яраланғандан һуң да бирешмәй

Аяҡһыҙ ҡалһа ла, рух һынмаған. Махсус хәрби операцияла аяғын юғалтып демобилизацияланған Андрей Константинов бөгөн дә әүҙем тормош менән йәшәй. Хәрби бәрелештәр ветераны йәмәғәт эштәрендә лә ҡатнаша, яуҙан ҡайтҡан егеттәргә ярҙам итә. Андрей Константинов менән БЮТ хәбәрселәре лә осрашты.

Андрей өсөн һуғыш тамамланған. Хәрби кейем дә хәҙер шкафта эленеп тора. Яугир уны ара-тирә сығарып миҙалдарын ғына һөртөп тора. Наградаларҙың һәр береһе минең өсөн ҡәҙерле, ти ул. Айырыуса Суворов миҙалы. Уны Андрейға яуҙаштарын ҡотҡарған өсөн бирәләр. Ә бына «Батырлыҡ ордены» бер нисә нацисты дөмөктөргәне өсөн. Аяғын да ул тап ошо бәрелештә юғалта.


Өс нацистың икәүһен юҡ иттем. Өсөнсөһөн яҡыныраҡ ҡарайым тип түбәнерәк төшкәйнем минең дронды бәреп төшөрҙө. Йәшеренгән еренә үҙемә барырға тура килде. Әсирлеккә бирелмәгәс уға ла граната ташланым. Позицияларға ҡайтып барғанда үҙем дә дошмандың йәшереп киткән минаһына баҫтым.

Андрей Константинов, Махсус хәрби операция ветераны

Махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән үк Андрей пилотһыҙ осоу аппараттары операторы булып хеҙмәт итә. Разведка, һөжүм итеү дрондарында ла оса. Коптерҙар менән оҫта идара итеүсе яугир дошмандың «мәскәй әбейен» дә бәреп төшөрә ала.


Хәрби задание үтәгәндә күрше подразделениеға һөжүм иткән Мәскәй әбейҙе күреп ҡалдым. Командирҙан рөхсәт һораным да һөжүм итеп ҡарарға булдым. Тейһә тейер, теймәһә юҡ тип. Юғарыраҡ күтәрелеп тәңгәленә генә гранатаны төшөрөп ебәрҙем. Дошман ҡошо шартлағас барыһы ла шаҡ ҡатты.

Андрей Константинов, Махсус хәрби операция ветераны

Андрей тормош иптәше Валерия менән ҡыҙ тәрбиәләй. Махсус хәрби операция иремде ныҡ үҙгәртте. Аяҡһыҙ ҡалһа ла хәҙер нығыраҡ, ышаныслыраҡ баҫып тора, ти Валерия.


Тәүге контракты тамамланып ҡайтҡас та тағы китерен һиҙенә инем. Уны өйҙә тотоп ултыртырлыҡ түгел. Шуға күрә ҡаршы ла килмәнем. Ирем менән ғорурланам.

Валерия Константинова
Акции БСТ

Андрей әле махсус хәрби операциянан ҡайтҡан яугирҙарға ярҙам күрһәтеү менән дә шөғөлләнә, йәмәғәт эштәрендә ҡатнаша. Артабанғы тормошон спорт менән дә бәйләргә ниәтләнә. Ныҡыш егетте следж-хоккей командаһына ла саҡырғандар.

А.Кәбиров

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ