Баймаҡ раойны Урғаҙа ауылында Урал аръяғы янғын һүндереүселәре араһында ярыш үтте

Һөнәри байрам уңайынан. Баймаҡ раойны Урғаҙа ауылында Урал аръяғы янғын һүндереүселәре араһында ярыш үтте. Унда янғынға ҡаршы хеҙмәт дәүләт ҡаҙна учреждениеһы подразделениелары һәм Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығының 15-се янғын һүндереү-ҡотҡарыу часы хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.

Сценарийға ярашлы Урғаҙа ауылының бер йортонда янғын сыға һәм ул өлөшләтә емерелеп төшә. Ут менән көрәшеүселәрҙең төп бурысы-ҡамалып ҡалған кешене ҡотҡарыу. Тиҙлек менән улар махсус кейем кейә, ҡаршылыҡтарҙы еңеп сыға, бикле ишекте аса һәм зыян күреүсене эвакуациялай.

Урал аръяғының иң көслө командаһы исемен алыуға ете команда көрәште. Көсөргәнешле ярыш йомғаҡтары буйынса беренсе урынды ышаныслы рәүештә Баймаҡтар яуланы. Икенсегә -Сибай ҡалаһы, ә өсөнсөгә Темәс ауылы командаһы лайыҡ булды.

Ярыштарҙың һәр этабы юғары иғтибарлыҡ, эш итеүҙең дөрөҫ яйға һалыныуын һәм күнекмәләрҙең камил үҙләштерелеүен талап итте. Янғын һүндереүселәр төрлө осраҡтарға ла һәр ваҡыт әҙер булыуҙарын күрһәтте.

Волна
Акции БСТ