Фәйзи Ғәскәров ансамбле яңы хореография спектаклен әҙерләй

Монголиянан килгән балетмейстер Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт ансамбле артистары өсөн яңы бейеү ҡуйҙы. Коллектив бер акттан торған «Бер халыҡтың тарихы» тип исемләнгән хореография спектаклен әҙерләй. Башҡорт йылъяҙмаһы бында бейеү теле менән һөйләнә. Монголияның милли сәнғәт ҙур театрының баш балетмейстеры Алтын Урҙа осорона бәйле тарихтың бер өлөшөн тәҡдим итте. Тулыраҡ Зилә Баймырҙина әҙерләгән репортажда.

Монголия балетмейстеры ҡурайҙа яңғыраған сихри көй аша легендар башҡорт шағир- сәсән Буранбайҙың тарихын тыңлай. Хашхүү Хатанхуяг, был йыр уны тыуған яҡтарына, монгол далаларының сикһеҙ киңлектәренә алып китте, унда ла ошондай тауыштар ишетергә мөмкин тип билдәләй...

Өфөлә тәүге тапҡыр булыуына ҡарамаҫтан, монгол хореографы бер нисә башҡорт һүҙен өйрәнергә өлгөргән.

Фәйзи Ғәскәровсылар менән монголия балетмейстеры тиҙ арала уртаҡ тел тапҡан. Бер аҙна эсендә хореограф ике бейеү ҡуйған. Тәүгеһе-«Бер халыҡтың тарихы» тигән ҙур проекттың бер өлөшө булһа, икенсеһе-«Монгол атлылары»-ансамбль репертуарын тулыландырып «Донъя халыҡтары бейеүҙәре» программаһына индереләсәк. Был бейеү тамашасыларға милли монгол хореографияһының үҙенсәлектәрен асырға һәм коллективтың ижади мөмкинлектәрен киңәйтергә ярҙам итәсәк.

Монголия балетмейстеры «Бер халыҡтың тарихы» проектында ла ҡатнаша. Был спектаклдә боронғо замандарҙан башлап башҡорт ере йылъяҙмаһы йәнләндерелә. Уның сюжеты башҡорт ырыу-ҡәбиләләре тормошоноң тарихи осорҙарын, берҙәм этностың барлыҡҡа килеүе өсөн көрәш этаптарын үҙ эсенә ала. Проект Рәсәй Мәҙәниәт министрлығының грантына тормошҡа ашырыла.

Хореография спектакленең сюжеты Күсмә цивилизациялар музейы концепцияһының тере сағылышы буласаҡ, унда Уралда тәүге кешеләрҙән алып хәҙерге Башҡортостан территорияһында заман дала мәҙәниәте үҙәктәре формалашыуына тиклем осорҙар күрһәтеләсәк. «Бер халыҡтың тарихы» спектакленең премьераһы 2026 йылдың декабренә планлаштырылған.

Зилә Баймырҙина

Волна
Акции БСТ