Ул 73 йәшендә вафат булды. Республика Башлығы Радий Хәбиров был турала хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә хәбәр итте.
Константин Борисович 1953 йылдың 1 мартында Кемеров өлкәһендә тыуған. Рәсәй эске эштәр министрлығының Рязань юғары мәктәбен, СССР Эске эштәр министрлығы академияһын тамамлай. Оставкалағы эске хеҙмәт-генерал майоры. 1999 йылда Республика парламенты рәйесе итеп тәғәйенләнә. “Рәсәй һәм Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы” исеменә лайыҡ була. “Республика алдындағы хеҙмәттәре өсөн” һәм Салауат Юлаев ордендары менән бүләкләнә.





