Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай рәйесе Константин Борисович Толкачев арабыҙҙан китте

73-сө йәшендә, оҙаҡ ауырығандан һуң, Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай рәйесе Константин Борисович Толкачев арабыҙҙан китте. Ҡайғылы хәбәрҙе Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттең аҙналыҡ оперативкаһында белдерҙе. Константин Толкачевтың хәтерен бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алдылар. 

Константин Борисович 1953 йылдың 1 мартында Кемеров өлкәһендә тыуған. Эске эштәр министрлығының Рязань юғары мәктәбен, СССР-ҙың эске эштәр министрлығы академияһын тамамлаған. Хеҙмәт юлын Кузнецк металлургия комбинатында торбалар иретеп -йәбештереүсе ярҙамсыһы булып башлай. Әрменән һуң эске эштәр министрлығы системаһында эшләй. Отставкалағы Генерал-майор 1999 йылда закондар сығарыу өлкәһендә эшмәкәрлеген башлай. 2008 йылдан алып Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе. Константин Толкачев Рәсәй һәм Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы, Почет, Башҡортостан республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары һәм Салауат Юлаев ордендары кавалеры. Башҡортостандың хоҡуҡи һәм ҡануни үҫешенә баһалап бөткөһөҙ өлөш индергән шәхес.

Волна
Акции БСТ