Өфөлә йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Родион Лобанов Еңеү көнөнә Мәскәүгә парадҡа әҙерләнә

100 йәшлек ветеран баш ҡалаға ҡыҙы Татьяна менән поезда барасаҡ. 1941 йылда 17 йәшендә фронтҡа китеп Родион Григорьевич аяҡтарын туңдыра. Һуғыштан һуң ул Башҡортостанда махсус элемтә хеҙмәтендә эшләй. Тормош иптәше менән дүрт бала тәрбиәләп үҫтерә. Бөйөк Еңеү байрамы алдынан Родион Лобановҡа Владимир Путиндың ҡотлау хаты тапшырылды. 100 йәшлек ветеран ҡотлауҙы ҡыуанып ҡабул итте. Бөйөк Ватан һуғышы башланған аянаслы көндәрҙе ветеран бөгөн дә яҡшы хәтерләй.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ