Башҡортостан тағы ла 18 сүп-сар ташыу машинаһы һатып аласаҡ

Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан белдереүҙәренсә, махсус техника паркы ташламалы лизинг федераль программаһы нигеҙендә яңыртыла. Был программа ҡалдыҡтар менән эш итеү системаһын яңыртыу өсөн үтә лә һөҙөмтәле. Был йәһәттән Башҡортостан даими рәүештә ил төбәктәре рейтингында «йәшел зонала». Яңы һатып алынасаҡ сүп-сар ташыу машинаһы мәғлүмәт тапшырыу өсөн Глонасс системаһы менән йыһазландырылған. Уның ярҙамында көнкүреш ҡалдыҡтарын рөхсәтһеҙ урында ҡалдырыу осраҡтарын тулыһынса сикләү мөмкин.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ