Баймаҡта «Йондоҙҙар парады» үтте

Бәләкәй уңыштан ҙур еңеүҙәргә. Баймаҡ район мәҙәниәт йорто сәхнәһендә һәләтле балаларҙың район слеты-«Йондоҙҙар парады» үтте. Унда төрлө конкурс, олимпиада, ғилми-ғәмәли конференциялар, спорт ярыштары еңеүселәре һәм призерҙары тәбрикләнде.

Уҡыусылар «Йондоҙҙар парады» нда балҡыны. Матур традицияға әйләнгән сарала йыл дауамында төрлө йүнәлештәрҙә алдынғы булған, ҙур уңыштарға өлгәшкән уҡыусылар тәбрикләнде.

«Йондоҙҙар парадында» быйыл райондың олимпиада, ижади конкурстар һәм спорт ярыштарында 226 уҡыусыһы еңеүсе булып танылған. Һәр ҡаҙаныш һәм уңыш ул-команда эшенең һөҙөмтәһе. Балаларҙы әҙерләүгә, йондоҙ итеп балҡытыуға 88 уҡытыусы һәм түңәрәк етәксеһе үҙ тырышлығын һалған.

Һәләтле уҡыусылар араһында район, республикаға ғына түгел, ә бөтә Рәсәйгә үҙҙәрен танытҡандар бар. Слетта балаларҙың һәләттәрен үҫтерергә тырышҡан уҡытыусылар, уларҙы тәрбиәләгән ата-әсәләргә лә рәхмәт һүҙҙәре яңғыран

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ