Шишмә районы «Турахан» күсмә цивилизациялар музейы майҙанында Ҡарға бутҡаһы байрамы ойошторолдо

Күңелле, сағыу байрам халҡыбыҙҙа яҙғыһын уҙғарыла. Элек кешеләр яҙҙы ҡарғалар ҡанаттарында алып килеүенә ышанған, шуға күрә был йола ҡоштарҙың килеүе хөрмәтенә ойошторолған. Мул уңыш булһын өсөн ҡоштарҙы ашатырға кәрәк тип һаналған, шуға күрә йола сәсеү алдынан үткәрелгән.

Байрамда ҡатнашыусылар «ҡарға бутҡаһы»нан да ауыҙ итте. Балалар өсөн уйындар, оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. «Турахан» музейы майҙаны алдында ҙур йәрминкә байрам кәйефен тағы ла арттырҙы. Йүнселдәр ауыл хужалығы продукцияһын, ризыҡтар тәҡдим итте.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ