Радий Хәбиров Беларусь республикаһының Рәсәйҙәге илсеһе Юрий Селиверстов менән осрашты

Сарала Беларуссияның Өфөләге Генерал консулы Александр Ковалёв та ҡатнашты. Белоруссия-Башҡортостандың төп партнерҙарының береһе, туғандаш төбәк, тине Радий Хәбиров. Республика башлығы осрашыу барышында дуҫ дәүләт менән иҡтисади, сауҙа, мәҙәни һәм гуманитар хеҙмәттәшлектең уңышлы тормошҡа ашырылыуын һәм киңәйеүен билдәләне.

Беларусь республикаһының эре предприятиелары һәм сәнәғәт кооперациялары импортты алмаштырыу йәһәтенән төрлө технологик мәсьәләләрҙе хәл итә. Тағы бер мөһим проекттарҙың береһе-ул экологияға бәйле. Башҡортостан тәбиғәтендә хәҙер Белорусиянан алынған зубрҙар үрсетелә. Беларусь республикаһының Рәсәйҙәге илсеһе Юрий Селиверстов Өфө үҙәгендә Белоруссияның Генераль консуллығын асыуға айырым рәхмәтен еткерҙе. Шулай уҡ ике яҡлы эшмәкәрлек нығыныуға ышаныс белдерҙе.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ