Башҡортостанда тегелгән спорт кейеме донъя баҙарына сыға

Овечкин да улар теккән спорт кейемендә йөрөй. Өфөлә 2012 йылдан алып барлыҡ спорт төрө өсөн кейем тегеүсе производсто эшләй. Быға тиклем тик республика командаларын кейендерһәләр, әле компания экспортҡа ла сыҡҡан. Быға дәүләт гранты аҡсаһына алынған ҡоролмалар ярҙам итә. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

Республика спорт командаларының кейеме тап бында тегелә, тип әйтһәң дә яңылыш булмаҫ. Оҫта ҡуллы тегенселәр ҙур заказдарҙы ла ҡыҫҡа ваҡыт эсендә әҙерләй ала. Быға заманса ҡоролмалар ярҙам итә. «Спринт-спорт кейемдәрен етештереү» компанияһы 2012 йылда ойошторола һәм ошо ваҡыттан алып үҙен намыҫлы предприятие итеп таныта.

Спорт кейемдәрен әҙерләү тап ошо бүлмәлә башлана. Буласаҡ футболка, майка, бомбер һәм башҡа продукцияһының дизайнын эшләү төрлөсә ваҡыт талап итә-өс сәғәттән алып өс аҙнаға тиклем, ти дизайнер Регина Мөхәмәтйәнова. Һүрәт тәүҙә ҡеүәтле принтерҙа баҫтырыла, унан һуң юғары температура аҫтында ҡағыҙҙан туҡымаға күсерелә.

Лазер ҡайсы иһә 12 хеҙмәткәрҙе алмаштыра ала. Әммә был ҡоролма штатты кәметер өсөн түгел, ә ҙур заказдарҙы тиҙ арала әҙерләр өсөн ҡулланыла. Уны һәм башҡа ҡоролмаларҙы спорт кейемдәрен тегеү компанияһы дәүләт ярҙамында һатып ала. Предприятие өс йыл дауамында еңел сәнәғәткә ярҙам программаһында ҡатнашып, грант алыуға өлгәшә.

Спорт кейемдәрен тегеүсе компания әле көрәшселәр өсөн ҙур кейем партияһын тегеү менән мәшғүл. Предприятие 7 меңгә яҡын изделие әҙерәү ҡеүәтенә эйә.

Республика беҙгә ныҡ ярҙам итә. Еңел сәнәғәткә ярҙам программаһы буйынса барлыҡ ҡоролмаларҙы алмаштырҙыҡ, яңыларын һатып алдыҡ. Был заказдарҙы тиҙ һәм сифатлы итеп эшләргә мөмкинлек бирә.

Елена Бобенко, «Спринт-спорт кейемдәрен етештереү» ойошмаһы етәксеһе

Төбәктә Башҡортостан сәнәғәтен нығытыуға йүнәлтелгән саралар комплексы тормошҡа ашырыла. Атап әйткәндә, Сәнәғәтте үҫтереү советы эшләй, Радий Хәбиров етәкселегендә «Сәнәғәт сәғәте» кәңәшмәләре үтә. Шулай уҡ был өлкәлә эшләүселәргә төрлө ярҙам саралары ҡаралған.

Әлфинә Килдейәрова

Волна
Акции БСТ