Киләсәк ҡанаттарында. Рәсәй Геройы Александр Доставалов исемендәге Башҡорт кадет корпусы кадеттары пилотһыҙ аппараттар менән эшләү буйынса инновация проекты тәҡдим итте.
Ишембай йәштәре үҙ идеялары һәм ҡаҙаныштары менән Санкт-Петербургта уҙған Бөтә Рәсәй конкурсында сығыш яһаны. Кадет корпусында пилотһыҙ осоу аппараттары менән идара итеү буйынса класс ике йыл элек асылған. Унда дрондар менән эшләүҙең тулы циклына-йыйыуҙан алып программалауға тиклем өйрәтәләр. Пилотһыҙ аппаратты ҡулға алыр алдынан кадеттар виртуаль пилот менән идара итә. Практик дәрестәр өсөн кластың осоу зонаһы төҙөлгән.
Пилотһыҙ аппараттар хәрби өлкәлә генә ҡулланылмай. Кадеттар үҙҙәре әйтеүенсә, бөгөн был ҡеүәтле гражданлыҡ ҡоралы. Ауыл хужалығында дрондар баҫыуҙарҙың торошон күҙәтә һәм теүәл ашламалар индерә. Төҙөлөштә һәм геодезияла юлдарҙы һәм туристик кластерҙарҙы планлаштырыу өсөн урындарҙың теүәл 3D-моделен булдыра. Ҡотҡарыусылар пилотһыҙ аппараттар ярҙамында юғалған кешеләрҙе эҙләй. Шуға күрә Өфөләге педагогия университеты технопаркында ла һәр тармаҡта үҙен күрһәтә алырлыҡ операторҙар әҙерләнә.




