Баймаҡта нәҫел тарихын өйрәнеү конкурсы үтте

«Нәҫелемдең күренекле шәхесе». Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында тыуған яҡты өйрәнеүселәр араһында ойошторолған конкурс шулай тип аталды. Төбәктең күренекле ул-ҡыҙҙарының исемдәрен мәңгеләштереү маҡсатында уҙғарылған конкурстың йомғаҡлау сараһы хаҡында киләһе яҙмала.

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы янында тыуған яҡты өйрәнеүселәр клубы уңышлы ғына эшләп килә. Улар төрлө темаларға бағышланған конкурстар ойоштороп тора. «Нәҫелемдең күренекле шәхесе» район эҙләнеү конкурсы тыуған ерҙең, нәҫелдең шәхестәрен өйрәнеүҙе маҡсат итеп ҡуйған.

Тыуған яҡты өйрәнеүселәр уҡыуҙары быйыл Башҡортостанда иғлан ителгән ҙур һәм татыу ғаилә йылы сиктәрендә үтте. Төрлө йәш категорияһындағы һәр ҡатнашыусы үҙ нәҫеленең арҙаҡлы кешеләре тураһында эҙләнеү эштәре алып барған. Унда барлығы 26 эш ҡабул ителгән.

Ҡабул ителгән эҙләнеү эштәре араһында төплө, эҙмә-эҙлекле яҙылған, тарихи яҡтан бай булғандары бар. Ысынлап та, замандаштарыбыҙ төрлө осорҙа йәшәгән ошондай милләттәштәре хаҡында белергә, мәғлүмәт тупларға, киләһе быуын өсөн аманат итеп ҡалдырырға бурыслы. Конкурсанттарҙың иң-иңдәренә ойоштороусылар грамоталар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ