Өфөлә Рәсәй-Тажикстан технопаркының төп йүнәлештәрен атанылар

Фото №1 - Өфөлә Рәсәй-Тажикстан технопаркының төп йүнәлештәрен атанылар

Рәсәй-Тажикстан индустриаль паркы еңел һәм металлургия сәнәғәте, станоктар эшләү һәм медицина ҡорамалдары етештереү менән шөғөлләнәсәк.

Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Тажикстандың сәнәғәт һәм яңы технологиялар министры Шерали Кәбир менән эш кәңәшмәһе йомғаҡтары буйынса билдәле булды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, нәҡ Башҡортостан Рәсәй яғынан Дүшәнбе ҡалаһында буласаҡ технопарктың операторы булып сығыш яһай. Уның нигеҙендә дөйөм майҙаны 23,5 мең квадрат метр тәшкил иткән етештереү корпустарын реконструкциялау күҙаллана.

  «Беҙ индустриаль парк булдырыу буйынса алға барырға әҙер булыуыбыҙҙы һәм ниәттәребеҙҙе йәнә раҫлайбыҙ. Сәғәттәрҙе сағыштырыу һәм бөтә йүнәлештәр буйынса ҡарар ҡабул итеүҙе тиҙләтеү өсөн ошондай осрашыуҙарҙы даими рәүештә үткәрергә һөйләштек», - тине Радий Хәбиров.

Шулай уҡ яҡтар Башҡортостанда йәшәүселәрҙең сәйәхәте өсөн туристик йүнәлештәрҙе киңәйтеү һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһында яңы проекттар булдырыу мәсьәләләрен тикшерҙе.

Волна
Акции БСТ