Башҡортостанда Төбәк инвестиция стандарты элементтары уңышлы индерелә

Фото №1 - Башҡортостанда Төбәк инвестиция стандарты элементтары уңышлы индерелә

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ултырышында Инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингы сиктәрендә ағымдағы хәлде тикшерҙеләр. Апрель айында Төбәк инвестиция стандартын баһалау йәһәтенән яңы һорау алыуҙар башланды, тип билдәләне Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров. 

Бизнес менән бәйләнеш Милли инвестиция рейтингы методологияһының мөһим элементы булып тора. 88 рейтинг күрһәткесенең 70% - һорау алыу аша билдәләнә. Был статистиканы ғына түгел, бизнестың фекерен туранан-тура иҫәпкә алырға мөмкинлек бирә.

- Хәҙер анкеталар буйынса квоталарҙы үтәүгә төп иғтибар бирәбеҙ. Уҙған аҙнала инвестиция мөхитен характерлаған ябыҡ 10 йүнәлешкә «Экспорт эшмәкәрлегенә булышлыҡ итеү институты» һәм «Газ үткәргесенә тоташтырыу» буйынса квоталар ябылды, - тип ентекләп һөйләне Республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары - иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов. Республика Башлығы Радий Хәбиров төбәккә инвестициялар йәлеп итеү эшен даими контролдә тота, инвестиция сәғәттәрен үткәрә.

Бер аҙна элек «Төбәктәр диалогы» коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһы яңы һорау алыуҙар ҙа башлап ебәрҙе: Инвестиция комитеты, Инвестиция декларацияһы һәм Үҫеш агентлығы эшен билдәләүсе баһаламанәмәләр тултырыла. Әле тейешле хеҙмәттәр алған һәм проекттарын тормошҡа ашырған бизнес вәкилдәренән 18 анкета ҡабул ителгән. Эш дауам итә. 

Төбәк инвестиция стандарты элементтарын тормошҡа ашырыуҙы комплекслы баһалау өсөн 60 эксперттан - эшлекле берекмә вәкилдәренән торған төркөм төҙөлдө. Улар 41 анкетаны йәки дөйөм күләмдең 82 процентын тултырған да инде.

Волна
Акции БСТ