Өфөлә «Фән һәм технологиялар» беренсе Урал тау сәнәғәте форумы үтте

Фото №1 - Өфөлә «Фән һәм технологиялар» беренсе Урал тау сәнәғәте форумы үтте

Сара Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург, Тула, Силәбе, Төмән, Пермь, Магнитогорск, Үрге Пышма ҡалаларынан һәм райондарынан, шулай уҡ Өфө, Сибай, Белорет, Благовещен, Учалы, Мәләүез, Ишембай, Дүртөйлө, Октябрьский ҡалаларынан һәм республиканың башҡа муниципалитеттарынан 400-ҙән ашыу ҡатнашыусыны берләштерҙе.

Воскресенка баҡыр иретеү заводының 280 йыллығына арналған форумға Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров, «Рәсәй тау сәнәғәтселәре» коммерцияға ҡарамаған партнерлығы президенты Валерий Язев һәм «Полиметалл» акционерҙар йәмғиәтенең Урал филиалы директоры Андрей Новиков тантаналы старт бирҙе. Әйткәндәй, үҙ ваҡытында Воскресенка баҡыр иретеү заводы тарихын һәм уны туризм объекты булараҡ тергеҙеү эше Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса башланғайны.

Форумдың эшлекле программаһы сиктәрендә тармаҡтың алдынғы предприятиелары вәкилдәре ҡатнашлығында пленар сессия үтте, шулай уҡ сәнәғәт производствоһының тулы циклын үҙ эсенә алған махсуслаштырылған тректар үтте.

«Торатау» конгресс-холы майҙансығында ҡунаҡтар өсөн күргәҙмә ойошторолғайны, унда сарала ҡатнашыусылар геология, металлургия һәм ҡойоу эше өлкәһендәге яңы эшкәртмәләр менән таныштырҙы.

Кадрҙар әҙерләүгә һәм йәштәрҙе тармаҡҡа йәлеп итеүгә айырыуса иғтибар бүленде. Форум сиктәрендә новаторҙар һәм стартаптар өсөн инновацион эшләнмәләрҙең асыҡ конкурсы, шулай уҡ Рәсәйҙә металлургия сәнәғәтен үҫтереү мәсьәләләре буйынса йәштәрҙең ғилми-ғәмәли конференцияһы үтте.

Волна
Акции БСТ