Республикала «Мәскәү электрон мәктәбе» сервистары эшләй башлай. Был туралағы килешеүгә Рәсәйҙең мәғариф министры Сергей Кравцов, Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, Мәскәү мэры Сергей Собянин һәм илдең Һанлы үҫеш, элемтә һәм киң коммуникациялар министры урынбаҫары Олег Качанов ҡул ҡуйҙы.
Яңы платформа ярҙамында уҡыусылар, электрон көндәлекте, баһаларҙы, дәрестәр теҙмәһен, өй эштәрен күрә, ҡаҙаныштарын үҙ портфолиоларына өҫтәй ала. Сервис шулай уҡ Берҙәм һәм Төп дәүләт имтихандарына әҙерлек материалдарын, виртуаль лабораторияларҙы файҙаланыу мөмкинлеген бирә. Ата-әсәләр балаларының уҡыуын онлайн режимда күҙәтә, шулай уҡ баланың мәктәптә булмауы тураһында хәбәр итергә һәм белешмәләр алырға, вакцинациялауға ризалыҡ бирергә мөмкин. Бөгөнгә «Мәскәү электрон мәктәбенә» Рәсәй буйынса 10 миллиондан ашыу кеше ҡушылған. Ә киләһе йылдан был платформа колледждарҙа ла индерелә.




