Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Үлемһеҙ полк» акцияһында ҡатнашырға саҡырҙы

Хәүефһеҙлек талаптарын күҙ уңында тотоп быйыл ул онлайн форматта үтә. Әммә был илебеҙҙә иң яратҡан, халыҡсан акцияға иғтибар кәмей тигәнде аңлатмай. Онлайн-марш 9 майҙа көндөҙгө сәғәт 12-лә 2026.polkrf.ru сайтында башлана. Тарихты боҙоп күрһәтеүҙе һәм провокацияларҙы булдырмау маҡсатында модераторҙар бөтә анкеталарҙы ентекле тикшерә. Бының өсөн ваҡыт кәрәк, шуға ла теркәлеү иртәгә, 6 майҙа тамамлана. Геройҙарыбыҙҙың батырлыҡтары тураһындағы хәтерҙе һаҡлау, уны киләһе быуындарға тапшырыу-беҙҙең изге бурысыбыҙ. «Үлемһеҙ полк»-Ватанды һаҡлаусылар алдында баш эйеү өсөн тағы бер мөмкинлек, тип яҙған Башҡортостан башлығы.

Волна
Акции БСТ