Өфөлә рухи-илһөйәрлек акцияһы башланды

Бөйөк Еңеүҙең 81 йыллығы уңайынан Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты тарафынан рухи-илһөйәрлек акцияһы башланды. 19 майға тиклем Рәсәй ислам университеты ғалимдары Өфө колледждарында студенттар менән осрашыуҙар уҙғарып, совет һалдаттарының һәм заман геройҙары-махсус хәрби операция яугирҙарының ҡаһарманлығы тураһында һөйләйәсәк. Тарихи хәтерҙе һаҡлауға йүнәлтелгән сара тураһында БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина.

Иртә менән «Ләлә» йәмиғ мәсете алдында Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин доға ҡылып, күп милләтле Башҡортостан, Рәсәй иленең бөйөклөгө тураһында һөйләне. Баш мөфтөй фәтихаһы менән Еңеү көнө алдынан баш ҡалала рухи-илһөйәрлек акцияһы иғлан ителде. Сара Ислам мәҙәниәте, фән һәм мәғарифҡа булышлыҡ итеү фонды һәм Башҡортостан башлығы ҡарамағындағы дәүләт-конфессия мөнәсәбәттәре буйынса совет ярҙамында үтә.

Мәғариф акцияһы барышында йәштәр Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында мосолмандарҙың фронтта һәм тылда Еңеүгә индергән өлөшө тураһында тарихи мәғлүмәт аласаҡ. Сараны асыу тантанаһына махсус хәрби операция ветерандары, яугирҙарҙың ғаиләләре лә саҡырылғайны.

Сарала ҡатнашыусылар Еңеү паркында «Мәңгелек ут» мемориалына, Советтар Союзы геройҙары Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин менән Александр Матросовтың үлемһеҙ ҡаһарманлығына арналған һәйкәлгә сәскә һалды. Уҙған быуат батырҙары бер минут тынлыҡ менән иҫкә алынды. Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылында уҙғарылған илһөйәрлек сараһының киләсәге лә ышаныслы.

Еңеү паркында йәштәр, балалар күп ине. 9 майға әҙерлек бара. Илһөйәрлек йырҙары яңғырай... Урта махсус уҡыу йорттарында үтәсәк лекцияларға килгәндә, улар ике аҙна дауамында алып барыла. Барлығы биш йөҙҙән ашыу студент йәлеп ителәсәк.

Гөлназ Хәйбуллина

Волна
Акции БСТ