Башҡортостанда махсус хәрби операция архивы булдырыла

Баш ҡалала дәүләт киң мәғлүмәт саралары менән республиканың милли архивы араһында лицензияланған килешеүгә ҡул ҡуйылды. Сарала «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы, «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы һәм «Башҡортостан республикаһы» матбуғат йорто етәкселеге ҡатнашты.

Махсус хәрби операция йылъяҙмаһы төбәк башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса туплана башланы. Киң мәғлүмәт сараларына Милли архив менән берлектә ҡаһарман яҡташтарыбыҙ, яугирҙарҙың батырлыҡтары тураһындағы материалдар туплауҙы системаға һалыу бурысы тора.

Киң мәғлүмәт сараларында тарихи ҡиммәт тип һанарлыҡ материалдар йыш сыға. Махсус хәрби операция биләмәһенә дүрт тиҫтәгә яҡын хәрби хәбәрсе даими йөрөй. Улар ярҙамында республика халҡы алғы һыҙыҡтағы яугирҙар тормошо, хәрби уңыштары, батырлыҡтары тураһында белә. Хәбәрселәр ярҙамында сит илдәрҙән килгән ялған мәғлүмәттәр фаш ителә. Тарихи дөрөҫлөктө һаҡлау буйынса ҙур эш башҡарыла. Ҡул ҡуйылған килешеү был хәҡиҡәтте киләсәк быуынға еткереү өсөн мөһим документ.

Волна
Акции БСТ