«Ватанды һаҡлаусылар» фонды мутлашыу схемалары тураһында иҫкәртә

Махсус хәрби операция яугирҙары һәм уларҙың ғаилә ағзалары иғтибарына! «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалынан хәбәр итеүҙәренсә, яңынан-яңы мутлашыу схемалары барлыҡҡа килә. Шуға күрә ойошма хеҙмәткәрҙәре смс-хәбәрҙәр һәм мессенджерҙар аша шәхси мәғлүмәт ебәрмәҫкә саҡыра. Дәүләт ярҙамы тик фонд бүлексәләрендә, шәхсән мөрәжәғәт иткән осраҡта күрһәтелә. Ойошма Эске эштәр министрлығы менән берлектә халыҡҡа иҫкәртеү эше лә алып бара.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ