Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачёвты иртәгә һуңғы юлға оҙатасаҡтар

Бәхилләшеү сараһы иртәнге сәғәт 9-ҙан 11-гә тиклем Өфөнөң Зәки Вәлиди урамы, 40-сы йорт адресы буйынса урынлашҡан республика парламенты бинаһында уҙа. Матәм митингы сәғәт 11-ҙә башлана. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Константин Толкачёв оҙаҡҡа һуҙылған ҡаты ауырыуҙан һуң 74-се йәшендә арабыҙҙан китте. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе вазифаһын башҡарыу бурысы уның урынбаҫары Салауат Хөсәйеновҡа йөкмәтелде.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ