Архангел районы баҫыуҙарында заманса техника менән сәсеү бара

Башҡортостанда сәсеү эштәре ҡыҙа. Аграрийҙарға 2 миллион гектар ерҙә төрлө культуралар сәсеү бурысы ҡуйылған. Әле майҙандарҙың 11 проценттан ашыуында эш тамамланған. Көндәр яҡшы торһа сәсеүҙең әүҙем фазаһына сығасаҡбыҙ, ти фермерҙар. Архангел районы баҫыуҙарында БЮТ хәбәрселәре булды.

Ауыл хужалығы эштәрен алып барыу өсөн хәүефле төбәктә төп иғтибар техникаға. Тап заманса агрегаттар ярҙамы менән ҡыҫҡа ваҡытҡа яҡшырған һауа торошон да һөҙөмтәле файҙаланып ҡалыу мөмкин. Павел Баранов сәсеү комплексын офис тип кенә йөрөтә. Ысынлап та, кабина эсендә барыһы ла бер комьютерға индерелгән.

Барыһы ла навигатор ярҙамында, бер сантиметр ҙа ситкә ебәрмәй. Бер сәселгән ерҙән юрый үтәм тиһәң дә ситкә сыҡмай. Ҡайҙа ниндәй культура сәселгәнен дә күрһәтеп тора.

Павел Баранов, сәсеү комплексы операторы

Дөрөҫ сорт һайлау, ниндәй культураларға өҫтөнлөк биреү ҙә уңыш һөҙөмтәһенә йоғонто яһай. Архангелдәр түбән температурала тиҙ өлгөрөүсән «Кречет» гибрид орлоғона өҫтөнлөк биргән. Ашлыҡ гектарынан утыҙ центнер тирәһе алына. Шулай уҡ тотош республикала күҙәтелгән агросәйәсәттән дә ситтә ҡалмай. Юғары килемле майлы культуралар ҙа өҫтөнлөклө.

Архангелдә йылдан-йыл сәсеүлектәр арттырыла бара. Агрономдар әйтеүенсә, район хужалыҡтары йыйып алған ашлыҡ сифаты буйынса бер ҙә ҡалышмай. Иҫәп-данлы аграр төбәк исемен йәнә ҡайтарыу.

Тармаҡ ведомствоһы сәсеү кампанияһын тотҡарларлыҡ сәбәптәр күрмәй. Эш бер аҙ һуңлап башланһа ла йылдам бара.

һауа торошо яҡшы торғанда аграрийҙар сәсеүҙе май аҙағынан да ҡалмай тамамларға иҫәп тота.

А.Кәбиров

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ