Баш ҡалала паромдар эш башланы

Йылға транспортына йәшел юл. Өфө йылғаһына паромдар сыҡты, шуға күрә баҡсасылар миҙгелен дә башларға мөмкин. Шулай уҡ пассажирҙар өсөн Сипайлово-«Зеленый мыс» йәмәғәт транспорты йөрөй. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова репортажында.

Теплоход өсөн профилактика көнө булһа ла, хеҙмәткәрҙәр үҙ урынында. Судноны тәртипкә килтереү, деталдәрҙе майлау һәм башҡалары. «Берилл» теплоходында эшләгән Ильвира Ғөбәева хеҙмәт юлын Муса Гәрәев теплоходында башлай. Мәскәү, Алтын ҡулса туристик маршруттарында йөрөй. Әле Өфө йылғаһы буйлап туристарҙы һәм ҡала халҡын ташый.

Өс яҡтан йылғалар менән уратып алынған Өфө өсөн башҡа тораҡ пункттар менән бәйләнеш һәр ваҡыт мөһим мәсьәлә булып тора. Айырыуса йөк ташыуҙа ауырлыҡтар килеп тыуа. Был мәсьәләне быйыл инде 80 йыл рәттән Йылға кисеүҙәре хеҙмәте хәл итә.

Өфө йылғаһының икенсе ярында күпләп баҡсасылыҡ ширҡәттәре урынлашыуы пассажирҙар ташыу ихтыяжын тыуҙыра. Йылға аша сығыу урындары кешеләрҙе генә түгел, автомобиль һәм йөк машиналарын да ташый. Паромда йөрөү күпкә уңайлыраҡ, арзаныраҡ һәм тығындарҙа ултырырға кәрәкмәй, ти автоһәүәҫкәрҙәр. Техниканың төрөнә ҡарап 185 һумдан алып 340 һумға тиклем хаҡ ҡуйылған, мотоцикл өсөн 105 һум түләргә кәрәк. Паром 15 минут һайын йөрөй.

Өфөлә 6 паром кисеүе эшләй-улар ДОК, Сипайлово, Тужиловка, Трамплин, Дудкин һәм Козарез кисеүҙәре. Шулай уҡ Сипайлованан «Зеленый мыс» баҡсасылар ширҡәтенә тиклем йәмәғәт маршруты хәрәкәт итә.

Әлфинә Килдейәрова

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ