Өфөлә «Нацизмһыҙ донъя өсөн» халыҡ-ара йәштәр форумы үтте

Сара быйыл бишенсе тапҡыр ойошторола һәм Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына, Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә арнала. Форумда дәүләт власы органдары, хоҡуҡ һаҡлау органдары, хәрби-патриотик ойошмалар, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре, ғалимдар, юғары һәм урта һөнәри уҡыу йорттары студенттары ҡатнаша.

Программа үҙ эсенә пленар ултырышты һәм түңәрәк өҫтәлдәрҙе ала. Шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышына һәм махсус хәрби операцияға арналған күргәҙмәләр ойошторолған. Сараның төп маҡсаты булып тарихи ысынбарлыҡты боҙоуға, йәштәр араһында неонацистик һәм башҡа деструктив идеяларҙы таратыуға юл ҡуймау тора.

Форумда республиканың төрлө төбәктәренән 300-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Сарала патриотик тәрбиә биреү буйынса уңышлы эш алымдары менән уртаҡлашыу, фекер алышыуҙан тыш, илһөйәрлек темаһына фильмдар күрһәтелде, уҡыусылар араһында ойошторолған Бөтә Рәсәй конкурсының Республика этабы еңеүселәре билдәләнде. Иң әүҙем ҡатнашыусылар араһында Дәүләкән районының белем усаҡтары. Район уҡыусылары яугир яҡташтары тураһында тәрән йөкмәткеле проекттар әҙерләгән.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ