Әле майҙанда иртәнән кискә тиклем эш ҡайнай. Баш ҡаланың был өлөшөн юҡҡа ғына «Боронғо Өфө» тип атамайҙар. Тап ошо биләмәлә быуаттар тарихын һаҡлаған йорттар бар. Сочи урамында 16-сы быуат аҙағында Успенский ирҙәр монастыре эшләй, ул 1764 йылда ябыла. Ә 19-сы быуатта бында Благовещен ҡатын-ҡыҙҙар монастыре асыла.
Тарихи мәғлүмәттәр буйынса ошо ерлектә төрлө осорҙа 5 ҡорам булған. Әммә совет осоронда боронғо объекттарҙың бер өлөшө юҡҡа сығарыла, майҙанда яңы биналар ҙа һалына. 2024 йылда был майҙанда төҙөлөш эштәре башланырға тейеш була, әммә тарихи ҡомартҡылар табылыу сәбәпле эш туҡтатыла. Әлеге ваҡытта төҙөлөш ойошмаһы археологтарға биләмәне таҙартырға ярҙам итә. Сүп-сар өйөмдәре сығарылған, өҫкө ҡатлам алынған. Археологтар әле ҡаҙыу эштәренә тотонған. Белгестәр әйтеүенсә, бында билдәле сауҙагәрҙәр, дин әһелдәре ерләнгән, уларҙың шәхестәрен асыҡлау ҙа ҡаралған.




