Вейп йәки электрон сигареттар үҫеп килеүсе йәш быуын һаулығына етди хәүеф тыуҙыра. Тәмәке менән сағыштырғанда, уларҙың «хәүефһеҙлеге» хаҡында ла мәғлүмәт таратыусылар етәрлек. Әммә тикшеренеүҙәр үҫмерҙәрҙең физик һәм психик һаулығына вейптарҙың кире йойғонтоһо күп булыыуын раҫлай. Организмы физиологик яҡтан үҫешеп өлгөрмәгән йәштәрҙе вейп тартыу шауҡымына эйәреүҙән нисек араларға һәм һаҡларға? Мәсьәләнең сиселешен табип-эксперттар менән БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова асыҡланы. Был хаҡта ентекләберәк киләһе яҙмала.
Ни өсөн ашығып-ашығып электрон сигарет тартаһығыҙ тигән һорауға, йәштәрҙән «стресстан арынабыҙ! тигән стандарт яуап алабыҙ. Вейптарҙан һәм электрон сигареттарҙан үпкәгә ауыр металдар ултыра. Был әлбиттә, йәш организм эшмәкәрлегенә эҙһеҙ үтмәй.
Табип-наркологтар ҙа вейп етештереүселәрҙең йәштәр мөхитенә ныҡлап үтеп инеүенә борсолоу белдерә. Вейп етештереүселәр йәштәрҙе йәлеп итеү өсөн үҙенсәлекле стратегия ҡуллана. Йәштәрҙе йәлеп итеү ҡоралы-манго, шоколад, мармелад һәм башҡа ароматизаторҙар.Бындай хуш еҫтәр вейп ҡулланыу зарарһыҙ, тигән иллюзия тыуҙыра. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, емеш-еләк, еләк йәки кондитер тәме менән электрон тәмәке ҡулланған үҫмерҙәр алты айҙан һуң ҡулланыуҙы дауам итеү ихтималлығын 37 процентҡа арттыра, ти белгестәр.
Электрон тәмәке аэрозоле бер нисә хәүефле компонентты үҙ эсенә ала: Никотин-көслө бәйлелек тыуҙырыусы юғары токсик матдә. Ул үҫмерҙәрҙең хәтерен, иғтибар туплауын һәм уҡыу һәләтен түбәнәйтә ти белгестәр. Никотин депрессия, импульсив тәртип һәм йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары. ҡан тамырҙары ҡыҫылыуы, ҡан баҫымы һәм йөрәк тибеше күтәрелеүе барлыҡҡа килеү хәүефен арттыра. Ата-әсәләр үҙ балаларының аралашҡан мөхите менән ҡыҙыҡһынырға, үҙҙәре лә насар ғәҙәттәрҙән азат булырға тейеш, ә мәктәп профилактик әңгәмәләр үткәреүгә яуалы, ти психологтар.
Вейптан баш тартыу йыш ҡына ҙур ихтыяр көсө һәм профессиональ ярҙам талап итә. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, вейп ҡулланған үҫмерҙәр киләсәктә тәмәке тартыуҙы 3-5 тапҡырға йышыраҡ башлауы ихтимал. Ҡырҡ йыл элек тиҫтерҙәренә эйәреп никотин бәйлелегенә эләккән Әүхәт Сабиров та йәш-елкенсәкте никотин һәм вейптан баш тартырға саҡыра..
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәренә ярашлы, Ер шарында 15 миллиондан үҫмер вейп ҡуллана. Татлы химик төтөн ысынында ағыу. Вейптар үпкәләрҙә»попкорн ауырыуы«тип аталған сиргә лә сәбәбсе. Әммә ысынбарлыҡта вейптың исеме есеменә бер ҙә тап килмәй. Ул тәмәке төтөнө кеүек тын юлдарында кире ҡайтара алмаҫлыҡ етди эҙемтәләргә килтерә.
Вейптар тәмәкегә хәүефһеҙ альтернатива була алмай, бигерәк тә йәш-елкенсәктәргә. Уларҙы ҡулланыу һаулыҡ өсөн зарарлы.
Шуға күрә лә белгестәр, һатып алған сир ҡорбаны булмаҫ өсөн, йәштәргә вейп һәм электрон сигареттарҙы ҡулланыуҙы бөтөнләй башламау хәйерлерәк тип иҫкәртә.
Гүзәл Борханова




