Быйыл Өфөлә һәм республика ҡалаларында патриотик сара үткәрелмәй. Хәүефһеҙлек өсөн акция тулыһынса онлайн һәм башҡа формаларға күсерелде, тип иҫкә төшөрҙө Башҡортостан Башлығы. “Үлемһеҙ полк” 9 майҙа көндөҙгө сәғәт 12-лә 2026.polkrf.ru сайтында башлана. Акцияға теркәү бөгөн тамамлана.Ғаризаны 2026.polkrf.ru сайтында, Бәйләнештә, Класташтар һәм Макс ҡушымталарында бирергә мөмкин. “Геройҙарыбыҙҙың ҡаһарманлығы тураһында хәтерҙе һаҡлау, уны киләһе быуындарға тапшырыу – беҙҙең изге бурыс. “Үлемһеҙ полк” — Ватанды һаҡлаусылар алдында түбәнселек менән баш эйеү өсөн тағы бер мөмкинлек. Ҡушылығыҙ”, —тине Радий Хәбиров.





