Улар ветерандарға өҫтәмә түләү ҡаралыуы тураһында хәбәр итә, оло йәштәгеләргә социаль фонд вәкиле булараҡ шылтырата. Аҡса күсереү өсөн смс-хәбәр аша ебәрелгән кодты атауҙы һорай. Аферистар уның ярҙамында банк операциялары башҡара, шәхси кабинеттарға зыян һала. Эксперттар әйтеүенсә, ветерандарға бөтә түләүҙәр автоматик рәүештә күсерелә. Һорауҙар килеп тыуһа, күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итергә кәрәк.





